Тормош ҡоролған кеүек ни бары сәңгелдәк, ҡәберҙән,
Һиҙмәҫтәр кеүек төшөп ҡалһаң был ерҙән,
Һәр кем бит үҙе өсөн, шулай электән,
Ә фәрештәләр көлөп ҡарай бейектән.
Яҙмыш ебәрҙе бер-бер артлы һынауҙар,
Мөмкин түгел тиерһең бынан һынмауҙар…
Төнөн бөтәшмәй бар көндөҙгө яралар,
Эҙҙәр былай ҙа ғүмерлеккә ҡалалар.
Бер кемдең дә хатта кермәҫ төшөнә
Бөтөн төшкәндәр һинең өлөшөңә.
Яҙмыш һинән алды бер бүтәндең үсен,
Ғәҙеллек бармы?!Беләңдер үҙең…
Һәр аҙым алға-әйтерһең аҙым аҫҡа.
Һинең бар теләк-артта ҡалмаҫҡа.
Алланан һорайың,ишетәң ошо һүҙ:
“Түҙемлек бирҙем бит, тимәк түҙ”…
Припев
Һәр көнөң һуғыш! Яраланды йәнең!
Туйғансы татының ауыртыуҙар тәмен.
Был яман ҡағиҙә-һәр кем үҙе өсөн,
Яраларың йәшер, күрһәтмә дөрөҫөн!
2
Һәр бер уңыш эйәртеп йөрөтһә уҙенең бәләһен,
Ниңә мин һаман да ослайым ҡәләмем?
Ниңә көндәрҙе аҡ, ҡараға буләмен?
Икеләнеү хисе арттыра күләмен..
Аҙым киңәйә,кәмей уйымдың көсө,
Тормош үҙгәрә, үҙгәрә ҡараш төҫө.
Хәҙер билдәһеҙ нимә нимәнән өҫтөн,
Һәм мин төпкәрәк йәшерәмен дөрөҫөн.
Минең тормошом- минең алышым!
Бар теләгем-ишетеү тыңлаусым алҡышын.
Минеү бар уйҙарым-ул тик минең язам.
Илһам тура юлдан миңә килер ҡасан?
”Түҙемһеҙлек шайтандан, түҙемлек минән”-
Аллам бүлешә оло аҡыл менән…
Һәр аҙым алға,-әйтерһең аҙым аҫҡа,
Бар теләгем йығылып ҡалмаҫҡа…
Припев
Һәр көнөм һуғыш! Яраланды йәнем!
Туйғансы татыным ауыртыуҙар тәмен.
Был яман ҡағиҙә-һәр кем үҙе өсөн,
Яралар йәшерәм, күрһәтмәм дөрөҫөн!
3
Дошмандарың йығылтырға тырышҡан булып һине,
Этәрҙәр аҫҡа, тағы ла аҫҡа.
Тик белһендәр:йөрәктә һаҡланған нимә
Төшмәҫ балаҫҡа, ятмаҫ балаҫта.
Дошмандарың йығылғаныңды күрһәләр,
Этәрҙәр аҫҡа, күмгәнсе ергә.
Тик белһендәр:йөрәктә һаҡланған нимә
Һинең менән китә ҡәбергә!
S.E.R. еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1